"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшеүҙәре шарт. Йәш сикләүе юҡ.

Конкурстың зона этабына "Визитка" (видеоролик йә презентация), "Ғаилә тарихы" (шәжәрә), "Ғаилә байрамы" (ижади конкурс) темалары буйынса әҙерләнергә кәрәк.

Ғаризалар туғыҙ төбәктә ҡабул ителә: Туймазы, Күмертау, Салауат, Өфө, Нефтекама, Сибай ҡалаларында, Мәсәғүт, Үрге Тәтешле ауылдарында. Рәсәй субъекттарынан (башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән) заявкаларҙы БР Халыҡтар Дуҫлығы йорто ҡабул итә.

Зональ этап 10 февралгә тиклем дауа итә.

Ойоштороусылары - БР Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Тулыраҡ мәғлүмәт - конкурстың Положениеһында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb