“Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге “Һомай” фестиваленән еңеү менән ҡайтты

“Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге “Һомай” фестиваленән еңеү менән ҡайтты

“Һомай” республика башҡорт кейемдәре конкурс-фестивале “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале сиктәрендә быйыл Мәсетле районы Оло-Ыҡтамаҡ ауылында үтте. Был мәртәбәле сарала  Белорет районынан Шығайҙан “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге сығыш яһаны.

Улар бер юлы 3 номинацияла ҡатнашты. “Талир тәңкә” этно-костюмдар номинацияһында XIX быуат аҙағы, XX быуатҡа ҡараған Башҡортостан Үҙәк райондарында таралған көндәлек һәм байрам костюмдары үҙгәрешһеҙ, әммә яңыртылып күрһәтелде. Бында иһә, хәҙер инде иҫке фоторәсемдәрҙә йә булмаһа музейҙарҙа ғына һаҡланған, үҙ ерлектәге көнкүреште һүрәтләгән орнаменттар менән биҙәлгән таҫтамал рәүешле таҫтар, тупый, сыҙыҡлы, береһенән-береһе йырағыраҡ торған әберкәләп тегелгән күлдәктәр, ике төрлө кәзәкей (Лира Хәйруллина эше), тәңкәле ҡалпаҡ, һағалдырыҡ, ҡушъяулыҡ рәүешендә таҫтар, ете рәтле тәңкәле камзул, ҡоршаулы күлдәктән (Нурбикә Канафина эше) торған “Тамъян коллекцияһы” 4 милли костюмда дефиле күрһәтте. Лира Хәйруллинаның сәхнә һәм вокалистар өсөн тегелгән байрам коллекцияһы ла ыңғай баһаланды.
Ә инде бөтә костюмдарҙы берләштергән йәштәр һәм эксперименталь этно-костюм стилендәге “Ҡотлау” номинацияһында “Кейемдәргә ҡот ҡундырыу” йолаһы (Сәғирә Шәрәфетдинова) баһалау комиссияһы һәм тамашасы күңеленә хуш килде. Милли кейемдәрҙең локаль, территориаль үҙенсәлектәрен өйрәнеп, уларҙың традицион технологияһын ҡулланыу ғына түгел, теге йәки был тарихи осорҙа кейелгәнлеген дә иҫәпкә алып мәртәбәле жюри республиканың 46 район ҡатнашҡан конкурсында бары 3 гран-при һәм 3 I урындарҙы бүлде. Улар араһында, әлбиттә, шығайҙар ҙа бар. Улар этно-костюмдар буйынса I дәрәжә Дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды.

Сығанаҡ: http://ural-rb.ru/2170-msetlel-omay-festivale.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb