17 февралдә илдең бөтә кинотеатрҙарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла «Өнһөҙ 11 ир» исемле тулы метражлы нәфис фильм прокатҡа сығарыла.
Был - Алексей Пимановтың 1945 йылдың ноябрендәге ысын ваҡиғаларға арналған тулы метражлы экшн-драмаһы.
Ул саҡта Мәскәүҙең «Динамо» футбол клубы делегацияһы Британияның иң яҡшы командалары, шул иҫәптән «Челси» һәм «Арсенал» менән уйындар серияһын уйнау өсөн Бөйөк Британия буйынса тарихи турнеға юллана. Унда 19:9 иҫәбе менән еңеү яулай.
Беҙҙең футболсылар бер матчта ла еңелмәй һәм инглиз тамашасыһының йөрәген яулап ала. Икенсе донъя һуғышында барлыҡҡа килгән «Динамо» яңы донъяның символына әүерелә.