Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Өс хат” кинофильмы Мәскәүҙә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 03 ноябрь 2016
“Өс хат” кинофильмы Мәскәүҙә!
28 октябрҙә Мәскәү ҡалаһының «Октябрь» кинотеатрында (Яңы Арбат урамы,24) «Лучезарный Ангел» (“Нурлы Фәрештә”) XIII Халыҡ-ара кинофестивален асыу тантанаһы үтте.
Рәсәй һәм сит ил кинематографтарын йыйған был фестиваль “Рәсәйҙең киләсәк быуындарында рухи һәм әхләҡи мәҙәниәт” маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарыла. Проекттың маҡсаты-бөгөнгө йәштәрҙә рухи-әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү юлдарын эҙләү.
«Лучезарный Ангел» (“Нурлы Фәрештә”) фестивалендә “Башҡортостан” киностудияһының “Өс хат” (режиссеры –Руслан Юлтаев, продюсеры Азамат Хужәхмәтов) фильмы ҡатнаша.
Руслан Юлтаевтың «Өс хат» фильмында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 1942 йылдың ҡышы һүрәтләнә. Ҡыҙыу һуғыш яланында илдең яҙмышы хәл ителһә, тыныс башҡорт ауылында әле донъяға тыумаған сабый ғүмере ҡыл өҫтөндә була.
Бер өй эсендә өс ҡатын, донъяға өс ҡарашлы кеше йәшәй. Актрисалар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева ролдәрҙе оҫта башҡарып, шул осор ҡатындарын сағылдыралар.
Өлкән быуын кешеһе булған өләсәйҙәре бар ваҡытын намаҙ уҡып, зекер әйтеп үткәрә. Уның ҡыҙы, урта быуын вәкиле Fәйшә донъя көтә, әсә менән ҡыҙы араһында өҙгөләнһә, йәш ҡыҙ Хазина бер кемгә лә иғтибар итмәй, һөйгән йәре Мәғәфүрҙән хаттар ғына көтә.
Өскөл хаттың оҙаҡ килмәүенә аптыраған ҡыҙ үҙен дә, балаһын да бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоя һәм нисек тә булһа сабыйынан ҡотолорға уйлай. Тик был аҙымдан уны ауылдың хат ташыусыһы ҡотҡара. Һөйгән йәренән ике хат алыуына Хазина ҡыуанып бөтә алмай, тик ул өсөнсөһө лә булыуы тураһында белмәй. Уныһы инде Мәғәфүре һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ була.
Фильм Ишембай һәм Ғафури райондарында, Арлар һәм Мәндем ауылдарында төшөрөлә. Төп ролдәрҙе Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уйнай.
«Лучезарный Ангел» (“Нурлы Фәрештә”) XIII Халыҡ-ара кинофестиваленә 300-ҙән артыҡ фильм ҡатнашыу теләге белдергән: 50-гә яҡын тулы метражлы уйын, 70 тирәһе ҡыҫҡа метражлы уйын, 120 документаль һәм 80 анимацион фильмдар тәҡдим ителгән. Конкурс программаһына Рәсәй, Әрмән, Иран, Малайзия, Ғәрәб Эмираттары, Испания, Польша, Украина, Белорусь, Франция, Бельгия илдәренән 60 тирәһе кинокартина һайлап алынған.
Фестиваль 6 ноябргә тиклем дауам итә.
Кинофильм авторҙары: режиссёр Руслан Юлтаев, сценарист Дамир Йосопов, оператор Рафаэль Сарваев, композитор Илшат Яхин, продюсер Азамат Хужәхмәтов.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө