"Өс таған" фильмы Бангладешта халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашасаҡ

"Өс таған" фильмы Бангладешта халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашасаҡ

Айнур Асҡаровтың “Өс таған” фильмы Бангладештың баш ҡалаһы - Даккала үтәсәк ХIХ Халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашасаҡ. Фестиваль 2020 йылдың 16-24 ғинуарында үтә. Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән картина “Балалар фильмдары” номинацияһына тәҡдим ителгән.

Дакка ҡалаһындағы  халыҡ-ара кинофестиваль 1992 йылдан алып үткәрелә. Йыл һайын уның сиктәрендә 50 илдән 150 фильм ҡатнаша. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb