«Өс таған» фильмы Рәсәйҙең иң популяр 15 таҫмаһы исемлегенә инде

«Өс таған» фильмы Рәсәйҙең иң популяр 15 таҫмаһы исемлегенә инде

Айнур Асҡаров төшөргән «Өс таған» фильмы ҙур экрандарға сығып, тәүге аҙнала уҡ уңыштарға өлгәште. Уҙған ял көндәрендә тамашасылар бер миллион һумдан ашыу суммаға билеттар һатып алған, ә Рәсәйҙә иң йыш ҡаралған фильмдар исемлегендә ул 15 урынға күтәрелгән. Кинокартинаны бөтәһе 20 мең кеше ҡарап өлгөргән.

Тәүгеләр булып фильмды 2019 йыда ябыҡ показ ваҡытында Өфөлә күрһәттеләр, артабан Ғафури районы Толпар ауылы халҡы күрҙе. Ошо ауылда фильм төшөрөлгән дә инде. 2021 йылдың март башында Мәскәү ҡалаһында, шунан Өфөлә фильмдың презентацияһы үтте. 4 мартта иһә республика, күрше төбәктәрҙә киң прокатҡа, барлығы 120 кинотеатрҙа «Өс таған» прокатҡа сыҡты.

Айнур Асҡаров белдереүенсә, «Өс таған» төбәк фильмдары араһында рекорд ҡуйып, үҙенең бюджетын 300 процентҡа арттырып килем тупларға теләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb