"Өс таған" фильмының төп ролдәренә йәш актерҙар һайланды

"Өс таған" фильмының төп ролдәренә йәш актерҙар һайланды

"Башҡортостан" киностудияһында Мостай Кәримдең "Өс таған" фильмының төп ролдәренә йәш актерҙар һайланды.

 Бәхетлеләр иҫәбенә Баймаҡ районынан өс егет: Ғабдулла ролендә Илдар Бикҡолов, Яҡуп ролендә Ильяс Кинйәбулатов һәм Айҙар ролендә Руслан Ҡаҙаев һәм шулай уҡ Вәзир ролендә Арыҫлан Ғәлиев инде.

Фильм август башында Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлә башлаясаҡ.

Картинаның режиссеры —Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Беҙ ҡол түгел», «Пилорама», «Әсе бал», «Әсә» фильдары менән билдәлелек яулаған Айнур Асҡаров.

Фильм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында  тиҙҙән  төшөрөрөлә башлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Башҡортостан» киностудияһы бөйөк башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү өсөн республика Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантын алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb