Башҡортостан һәм Ҡырым Республикалары дуҫлыҡ ептәрен нығыта.Кисә "Туғанлыҡ" халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале сиктәрендә ике төбәктең Мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәренең осрашыуы үтте. Осрашыуҙа яҡтар араһындағы рухи-мәҙәни хеҙмәттәшлек саралары планы барланды.
Ҡунаҡтар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һаҡланған һирәк ҡулъяҙмалар, гәзит-журналдар менән танышты, уларҙы өйрәнеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бер-береһенә ике республиканың мәҙәниәтенә арналған китаптар бүләк итте.