«Рәсәй 1» телеканалында «Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалы башлана. Премьера 13 апрелдә киске сәғәт 9-ҙа уҙҙа. Ул аҙна буйы, 16 апрелгә тиклем бара.
Фильм яҙыусы Гүзәл Яхинаның билдәле романы буйынса режиссер Егор Анашкин тарафынан төшөрөлдө. Төп ролде Сулпан Хаматова башҡара.
«Режиссер Егор Анашкин үҙ бурысын үтәп кенә ҡалманы, ул сериалға ҡарағанда тулы метражлы картинаға яҡын булған ысын мәғәнәһендә «текә» фильм төшөрҙө», – тине Гүзәл Яхина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакль тәүге таҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан ҡуйылғайны. Ул Рәсәйҙең «Алтын битлек» театраль премияһы баһалама комиссияһының махсус призына лайыҡ булды.