20–26 апрель арауығында ла тамашасылар һәм тыңлаусылар иғтибарына республика театрҙарының архивынан иң яҡшы спектаклдәр, яңы премьералар, концерттар, онлайн-репетициялар, артистар менән онлайн-әңгәмәләр, ә иң бәләкәстәргә – йоҡлар алдынан мауыҡтырғыс әкиәттәр тәҡдим ителә. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған шиғри флешмоб, вокал, хореография, актер оҫталығы, сәхнә хәрәкәте, сәхнә теле буйынса видеодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм саралар ҡаралған.
Театр һәм концерт ойошмалары тәҡдим иткән сараларҙың тулы программаһы менән docviewer.yandex.ru сайтында танышырға мөмкин. Шулай уҡ түбәндәге һылтанма буйынса үтергә мөмкин: бында.