Бөгөн, 28 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директоры вазифаһын башҡарыусы Иршат Фәйзуллин театрҙың коллективына баш режиссерын тәҡдим итте. Яңы вазифаһын Айрат Әхтәм улы Абушахманов башҡара.
Айрат Абушахманов – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Д.Сиразиев исемендәге премия лауреаты, Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһы номинанты.
Айрат Әхтәм улы 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (курстың художество етәксеһе – Р.В.Исрафилов) ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булараҡ башлай.
1998 – 2003 йылдарҙа Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый (курс етәксеһе — П.О.Хомский, педагогы – В.В.Долгачев). Уҡыу осоронда Айрат Абушахманов режиссер ассистенты сифатында Мәскәүҙең Яңы театрында А.Гельман, Р.Роуз, А.Островский, К.Гольдони һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйыуҙа ҡатнаша.
2004 йылда А.Абушахманов М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер булараҡ эш башлай.