Башҡортостанда «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы

Башҡортостанда «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы

 Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы. Баймаҡ районының Манһыр ауылы фестиваль үткәреү өсөн күптән инде «көс урыны» тип иҫәпләнә - бында дауалаусы, тәрән аҡыл эйәһе Мөжәүир Сиражетдинов йәшәгән һәм ерләнгән. Фестиваль барышында төрлө оҫталыҡ дәрестәрен, тренингтарҙы, кәсептәр йәрминкәһен, шифалы милли ризыҡтар һәм эсемлектәр, һаҡлағыс биҙәүестәр, дарыу үләндәре һатыу күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин булды. Фестивалгә «халыҡ дауалауы» матди булмаған мәҙәни мираҫ объектын теркәү өсөн Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә килде. Сөнки халыҡ дауалауы халыҡтың милли мәҙәниәте һәм тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Халыҡтың традицион булмаған медицина алымдарына күҙ тейеүҙән дауалау, бәпесте тыуҙырыу, умыртҡа һөйәктәрен урынына ултыртыу, йәшәү көсөн ҡайтарыу, висцераль массаж һәм башҡалар теркәлгән. Сараны республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған. Мәғлүм булыуынса, 2018 йылдан «Халыҡ дауалаусылары мәктәбе» эшләп килә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Баймаҡ районының күп балалы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» миҙалдарын тапшырҙы. Фестиваль сиктәрендә халыҡ табиптары араһында ярыштар, фольклор-көнкүреш йолалары, балалар фольклоры буйынса асыҡ дәрестәр, тренингтар, халыҡ уйындары, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары сәсәндәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулай уҡ филология фәндәре докторҙары Фирҙәүес Хисамитдинова, Розалия Солтангәрәева, Гөлнур Ҡолһарина төрлө темаларға лекциялар үткәрҙе. Этномәҙәни фестивалдең икенсе көнө Баймаҡ районының Манһыр ауылында үтте. Дини эшмәкәрҙең йорт-музейына, Мөжәүир хәҙрәттең ауылына барыу ойошторолдо.

Башҡортостанда «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы
Башҡортостанда «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы
Башҡортостанда «Ер ҡото» - «Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb