Бөгөн Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында күренекле яҙыусы, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған саралар уҙҙы.
Өсөнсө корпустың беренсе ҡатында Мостай Кәримгә бюст асылды, хәҙер ул ингән һәр кемде ҡаршы алып тора. Бронза ялатылған бюстың скульпторы – Юрий Солдатов. Уның күсермәһе яҙыусы һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамындағы йорт барельефын биҙәй.