Кисә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә бәйле тауыш биреү иғлан ителгәйне.
«Республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре миңә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ләкин республикала йәшәүселәр менән кәңәшләшмәйенсә бындай яңғырауыҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Шуға күрә тауыш бирегеҙ һәм ошо йәһәттән фекерҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ, зинһар», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Шулай итеп, тауыш биреүҙә ун меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры киләсәктә Рудольф Нуриев исемен йөрөтһөн өсөн уларҙың 78,3 проценты тауыш биргән. Ҡаршылар һаны – 21, 6 процент.