10 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Ульяновск ҡалаһында үтәсәк V Халыҡ-ара «Рәсәй дәүләте тарихы: Ватан һәм яҙмыштар» театр фестивалендә ҡатнашыу өсөн юлға сыҡты.
Ә инде кисә, 11 декабрҙә, Ульяновск ҡалаһының И.А.Гончаров исем. драма театры сәхнәһендә Башдрамтеатры «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектаклен сығыш яһаны.