Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды

Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды

Де Ришелье исемендәге Халыҡ-ара әҙәби-художество конкурсы йомғаҡтары буйынса башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов һәм Мәскәүҙең «Илһам» халыҡ театры актерҙары Руслан Борников, Дарья Шаталина, Марсель Усманов, Альберт Әхмәтханов «Бриллиантовый Дюк» дипломына эйә булды. Режиссер Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге ижади төркөм яҙыусының скетчтарын сәхнәләштергән өсөн «Театр сәнғәте» номинацияһында бүләкләнде. Ошо тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Конкурс Германияла «Freundschaft-Brücke «GLORIA» ассоциацияһы ҡарамағында теркәлгән. Уның инициаторы һәм президенты Елена Ананьева – яҙыусы, журналист һәм сәнғәт белгесе, халыҡ-ара ижади проекттар кураторы, Одессала тыуып үҫкән, хәҙер Франкфурттағы Майн ҡалаһында йәшәй  (Германия). Быйыл конкурста донъяның 22 иленән 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb