Республикабыҙҙа Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн форматында ойошторола

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн форматында ойошторола

17 апрелдә республикала Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн форматында ойошторола.

Был көндә түбәндәге саралар уҙғарыла:

- Оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар һәм дәрестәр. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто милли кейем аутентикаһына бәйле 26 сара әҙерләгән;

- Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн «Башҡорт халҡының милли кейеме» темаһына асыҡ онлайн дәрес;

- Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында донъя художество мәҙәниәте, республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн онлайн дәрестәр (белем биреү учреждениеларының рәсми сайттарында);

-  Милли кейемдәрҙә фото» республика флешмобы.

-  Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобы.

-  Башҡорт һәм рус милли кейеме элементтарын әҙерләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре;

-  Башҡортостан Республикаһы Милли музейы залдары буйлап милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһе;

-  «Мин – милли кейемдә» бейеү флешмобы: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү.

Тулыраҡ бында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb