Ташкент ҡалаһында яҡташтарыбыҙ һабантуй үткәрҙе

Ташкент ҡалаһында яҡташтарыбыҙ һабантуй үткәрҙе

Кисә Ташкент ҡалаһында Һабантуй-2021 үткән. Башҡортостандан вәкил булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республиканың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов барған.

Республиканан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн ойошторолған байрам тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.

Ринат Рамаҙанов бөтә Башҡортостан халҡы исеменән байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Ә инде танылған артистың башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнауы, “Арғымаҡ” төркөмө репертуарынан йырҙар башҡарыуы бөтәһенең дә күңеленә хуш килгән.

Аҙаҡ Ринат Рамаҙанов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге ҡорған тирмәлә яҡташтарыбыҙ менән осрашып, Ҡоролтай бүләк итеп ебәргән китап, ҡурай һәм ҡумыҙҙарҙы бүләк иткән. Шулай уҡ был музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Үзбәкстандағы башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ринат Гуляев Башҡортостан етәкселегенә һәм ҡоролтай Президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡоловаға иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдергән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb