Йырла, Азамат! Уйна, Азамат! – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың бенефисы үтте

Йырла, Азамат! Уйна, Азамат! – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың бенефисы үтте

Кисә, 21 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡорт театрының ғорурлығы, башҡорт һәм татар эстрадаһының яҡты йондоҙо, республикабыҙҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрҙе.

«Бөгөн мин шул тиклем тулҡынланам… Уйлап ҡарағыҙ – улымдың бенефисы! Шуға ла ошо залды тултырып килеүегеҙгә – оло рәхмәт! –  юбилярҙың атаһы, башҡорт, татар һәм бөтә Рәсәй халҡының кумиры Фидан Ғафаров тамашасы менән уртаҡлашты. – Улым минең! Терәгем, минең эшемде дауам итеүсе, ижадташым, рухташым минең! Ир уртаһына еткән яратҡан сабыйым! Бер-беребеҙгә терәк, ижадташ булыуына ҡыуанам мин, улым…».

Ысынлап та тулҡынландырғыс, сөнки күпме йылдар Фидан һәм Азамат Ғафаровтар бергә сәхнәлә уйнанылар. Һәм бенефиста улар бергә  «Башмағым» (Хәбибулла Ибраһимов, режиссер — Илдар Ғиләжев) спектакленән өҙөктө күрһәттеләр.

Үҙҙенең ижад кисәһендә юбиляр тамашасыларға биш образдар бүләк итте, бәлки уның сәхнәгә сығарған ролдәр бик күп. Кистә «Хыялый» (Салауат Әбүзәр, режиссер — Арыҫлан Йәнбәков), «Нәркәс» (Илшат Йомағолов, режиссер — Илдар Ғиләжев), «Баллы, тирәкле Балтирәк» (Ангиза Ишбулдина, режиссер — Алмас Әмиров), «Өс егет» (өҙөк: «Һин, һин, күҙ нурым») спектаклдәрҙән өҙөктәре тамашасы күрҙе. Әйткәндәй, Азамат Ғафаров трагик, лирик, драматик, романтик, комик ролдәрҙе берҙәм шәп уйнаусы.

Кисә ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов килделәр.

Сәхнәгә юбилярҙың атаһы — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татартсандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, артистың хәләл ефете — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Ғафарова-Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин һәм эстрада йондоҙҙары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Париж, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты  Артур Ҡунаҡбаев һәм Zainetdin проекты сығыш яһаны.

Концертан һуң юбилярҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы исеменән директор вазифаһын башҡарыусы Иршат Фәйзуллин ҡотланы.

Бына, тағы бер күңел байрамы ла аҙағына етте. Азамат Ғафаровҡа – 45 йәш! Ғафаровтар – Башҡортостандың сәнғәт тарихында мәңгелеккә иң моңло династия булып ҡаласаҡ! Оло йөрәкле атай хәстәрлеге һәм ихлас күңелле, рәхмәтле ул өлгөһө улар! Бөгөнгө бенефис – ул ысын мәғәнәһендә ғаилә йолаларының, театр һәм эстраданың күсәгилешлегенең юғары баҫҡысы.

Фоторепортаж:https://kulturarb.ru/ru/media/fotoreportazhi/benefis-azamata-gafarova

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

Разработка сайта - HunterWeb