“Һеңлекәш” фильмы 16-сы “Нурлы фәрештә” халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасы һөйөүе призын яуланы. «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы фильмын режиссер Александр Галибин Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрҙө. «Һеңлекәш» — киң кинопрокатҡа сыҡҡан башҡорт телендәге беренсе заманса фильм.