«Нур» Өфө дәүләт татар театры яңы 28-се театр миҙгелендә премьераға әҙерләнә. Театрҙың ижади төркөмө Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Айгөл иле» романтик драмаһын сәхнәләштерә. Премьера 27-28 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала.
«Айгөл иле» — совет башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһе. Әҫәрҙе иң беренселәрҙән булып Башҡорт драма театры сәхнәләштергән. Шулай уҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Яҡут театры сәхнәләрендә лә донъя күргән. Әҫәрҙәге дөйөм ваҡиға үҙгәрмәгән, әммә йылдар дауамында һәр автор үҙ күҙлегенән сығып сәхнәләштерә. Пьесала фашист пленынан ҡасҡан ҡатын яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Ул Италияла яңы тормош ҡора һәм йылдар үткәс, ҡыҙын алып китер өсөн тыуған иленә ҡайта. Әммә герой ауылдаштарының аңламаусанлығына һәм ситләшеүенә дусар була. Әгәр бер нисә тиҫтә йыл элек ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгөндә бер ниндәй ҙә шик булмаһа, хәҙер иһә төп геройҙың илһөйәрлеге күп бәхәстәр тыуҙыра.