Бөгөн, 8 майҙа 15.00 сәғәттә, Өфөнөң Тарих музейында «Өфө 1941 - 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» китаптың исем туйы үтә
Онлайн форматтағы исем туйында автор-төҙөүсе, тарих фәндәре кандидаты, өлкән фәнни хеҙмәткәр, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлшат Хөсәйенова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең граждандар йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров һәм Ҡала тарихы музейы директоры Тимур Ильясов ҡатнашты.
«Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең төп терәк үҙәктәренең береһенә әйләнгән Өфө хаҡында һөйләй. Ул тыуған төйәгебеҙҙең тарихы менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә», - тине сараны ойоштороусылар.