Заһир Иҫәнсурин: “Әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм”

9 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир ИҪӘНСУРИН ҙур шоу үткәрергә йыйына. Ошо ваҡиға уңайынан “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы  йырсы менән әңгәмә ҡорҙо. Заһир Билал улы буласаҡ концертының бер нисә серен асты, ҡайһы бер йырҙарының тарихы менән уртаҡлашты, хатта бығаса тамашасыға билдәле булмаған һөнәрҙәре хаҡында ла һөйләне. Әңгәмә тамашаға бәйле һөйләшеүҙән башланып китте.

 

– Заһир, концертығыҙҙың афишаһында “яңы форматтағы шоу” тигән яҙыу иғтибарҙы йәлеп итте. Тамашасыларҙы үҙенсәлекле сығыштар менән хайран итергә уйлайһығыҙ шикелле.

– Был формат, тәү сиратта, үҙем өсөн яңылыҡ буласаҡ. Профессиональ эшмәкәрлегемә 15 йыл да булып киткән. Ошо үҙенә күрә бер ижади юбилейҙа яңы стилдәге йырҙарҙы башҡарырға һәм миңә, бәлки, ғәҙәти булмаған сәхнә образында сығыш яһарға уйлайым.

Шоуҙа заманса алымдар ҡулланыласаҡ. Программаға ингән йырҙар төрлө жанрҙа булһа ла, темалары уртаҡ. Улар һәр кемгә таныш хис-тойғоларҙы сағылдыра. Күп премьералар көтөлә.

Концертта Ҡазандан Зинира менән Ризат Рамазановтар ҡатнаша, яҡын дуҫтарымдың береһе Рәнис Алтынбаев, ҡустым Рәүф Иҫәнсурин һәм тағы ла ике аҙашым – ZАINETDIN проекты солисы Заһир Зәйнетдинов менән Заһир Байыҡ сығыш яһаясаҡ.

Тамашасыларҙы төрлө иҫтәлекле бүләк менән дә һөйөндөргө килә. Төп приз – “Ҡарағай” шифаханаһына юллама, уны концерт ваҡытында уйнатабыҙ.

– Сәхнә образы тигәндәй, ижадығыҙҙы һөйөүселәр һеҙҙе “башҡорт эстрадаһының иң романтик башҡарыусыһы” тип йөрөтә. Ысынлап та, һеҙгә талғын һәм тәрән хисле итеп йырлау хас. Тауышығыҙ тыңлаусы күңеленә һиллек биргән кеүек. Бындай башҡарыу алымы нисек формалашты?

– Минеңсә, йырҙы башҡарыу үҙенсәлеге йырсының тәбиғәттән бирелгән тауышына һәм холҡона бәйле. Тупланған тормош тәжрибәһе лә йоғонто яһамай ҡалмай – йылдар үтеү менән хистәр тураһында ҡысҡырғы килмәй. Тыныс итеп әйтелгән һүҙ генә йөрәккә барып етә. Шулай уҡ уҡытыусым – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиевкә үҙ стилемде табырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт.

 

– Һеҙҙең башҡарыуҙағы “Умырзая”, “Күҙ нурым”, “Ямщик”, “Ағиҙелдән китеп барам”, “Өс яҡлы мөхәббәт”, “Атай” тигән йырҙар күптән хитҡа әүерелде. Халыҡ һөйөүен яуларлыҡ йырҙарҙы ҡайҙан табаһығыҙ?  

– Һәр йырҙың үҙ яҙмышы һәм тарихы бар. Ҡайһы берҙәре нисектер уйламағанда еңел генә килеп сыға, ә ҡайһы берҙәре өҫтөндә композитор, шағир һәм аранжировка яһаусы музыканттар менән оҙаҡ ҡына эшләргә тура килә. Мәҫәлән, Илдар ағай Хисаметдиновтың “Умырзая” йырын тамашасы хөкөмөнә сығарыр алдынан өс йыл машинамда тыңлап йөрөнөм. Күңелдә өлгөрөп еткәнен тойғас ҡына сәхнәлә йырлай башланым.

“Ағиҙелдән китеп барам” йыры осраҡлы килеп сыҡты. Ҡатыным Рита социаль селтәрҙә яҡташ шағирыбыҙ Роберт ағай Миңнуллиндың шиғырын күреп ҡала ла, ошо матур һүҙҙәрҙән шәп йыр сығыр ине, тип миңә ебәрә. Күп тә үтмәй Рөстәм Ғиззәтуллин менән күрештек. Уға шиғырҙы күрһәттем дә көй яҙыуын һораным. Ошо йырға төшөрөлгән клиптың сценарийын да Рөстәм Ғиззәтуллин уйлап сығарҙы. Бер үкенес тороп ҡалды: клипта йылғала йөҙөп барған һәм кешенең ғүмерен һынландырған сәңгелдәкте иң аҙаҡтан Роберт ағай тотоп алырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырып дауаханаға эләкте һәм бөтөнләйгә арабыҙҙан китеп барҙы.

– Нимә ул һеҙҙең өсөн йыр?

– Тәү сиратта, йыр – ул минең һөнәрем. Рәссам уй-хистәрен – картина, ә шағир нәфис һүҙ аша еткергән кеүек, мин әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм. Шуның менән бәхелемен дә. Тыңлаусы өсөн иһә йыр йыуаныс та, күңел дауаһы ла. Мәҫәлән, әлеге “Ағиҙелдән китеп барам” йырына бәйле тулҡынландырғыс хәл булғайны. Сит илдә йәшәүсе оло йәштәге апай, ҡаты сирләп, дауаханаға эләгә. Ауыр сир менән көрәшеп арыған ҡатындың балалары миңә мөрәжәғәт итте. “Әсәйебеҙ шул йырығыҙҙы тыңларға теләй, видео ебәрһәгеҙ ине”, - тип яҙғайны улар. Йырҙы гитараға йырлап яҙҙырып ебәрҙем. Хәҙер хәбәрләшеп, алыҫтағы милләттәшебеҙҙең хәлен белешеп торам. Аллаға шөкөр, хәле арыуланып килә. Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.

 – Бына ниндәй ҙур көскә эйә була ала икән йыр! Заһир, ә үҙегеҙ ниндәй көй-моңдарҙан йыуаныс табаһығыҙ?

– Нишләптер бала саҡтан халыҡ уйын ҡоралдарының моңон яратам. Атайымдың баянда уйнауы тәҫьир иткәндер, моғайын. Яйлап-яйлап үҙ алдыма баянда көйҙәр сығара башланым. Гармун менән тальян гармунды ла үҙләштереп алдым. Иҫәнғолда интернатта уҡыған ваҡытта милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурайға ылығып киттем. Был йәһәттән уҡытыусым – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновҡа рәхмәт. Ул ҡурайға шул тиклем ҙур һөйөү уятты, хатта был уйын ҡоралын ҡулдан төшөрмәй торғайным.

Халыҡ уйын ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына торғас, үҙенсәлекле коллекция барлыҡҡа килде. Унда ҡурайҙың, ҡумыҙҙың бер нисә төрө һәм Әрмәнстанда киң танылған дудук тигән уйын ҡоралы һаҡлана. Әллә нишләп дудуктың тауышын яратам. Уны интернет аша яҙҙырып алып, видеодәрестәр ҡарап, уйнарға өйрәнеп тә алдым. Танылған ҡумыҙсыбыҙ Миңлеғәфүр ағай Зәйнетдиновты күргән һайын унан оҫталыҡ дәресе алып ҡалырға тырышам. Ябай ғына күренһә лә, ҡумыҙҙың да серҙәре күп икән.

– Концертҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ҡуйыусы төркөмгә кемдәрҙе йәлеп  иттегеҙ? Ни тиһәң дә, шоу үткәреү еңел эш түгел.

– Программаның  сценарий авторы һәм режиссеры үҙем һәм Рита Өмөтбаева, беҙгә балетмейстерҙар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин менән Александр Родионов ярҙам итә. “Ренессанс” коллективы солистары тамашаны бейеүҙәре менән биҙәйәсәк.

Концертҡа бәйле ойоштороу эштәренең күбеһен хәләлем Рита (авт. – “Ҡурай-ТВ” йыр-моң телеканалы  директоры, билдәле телевизион проекттар авторы Рита Өмөтбаева) үҙ өҫтөнә алды. Ул яратҡан ҡатыным да, улымдың әсәһе лә, алға әйҙәүсем дә, тура һүҙле тәнҡитсем һәм продюсерым да. Программа өсөн йырҙарҙы алты йәшлек улыбыҙ Муса менән өсәүләп һайланыҡ. Ғөмүмән, һуңғы ике йылда йырҙарҙы иң тәүҙә Мусаға тыңлатам һәм репертуар төҙөгәндә уның эскерһеҙ күңелендә тыуған уйҙарға ҡолаҡ һалам. Бәләкәй генә булһа ла, минең ҙур кәңәшсем ул.

Шоуҙы әҙерләүҙә тағы ла бик күп дуҫтарым ярҙам итә. Уларҙы концертта үҙегеҙ күрерһегеҙ.     

– Заһир, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт. Концертығыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ! 

Нурзиә Хәсәнова әңгәмәләште.

Фотолар Заһир Иҫәнсуриндың шәхси архивынан алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb