8 ғинуарҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иҫке төрки телен өйрәнеү курсы» проектын башлай. Ошо тураһанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Курсты китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов алып бара.
Курсты асыу өсөн Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев саҡырылған.
Дәрестәр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә ойошторола (Өфө, Ленин урамы, 4, 1-се ҡат). Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.