10 йәшлек яҡташыбыҙ «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуында ҡатнаша

10 йәшлек яҡташыбыҙ «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуында ҡатнаша

10 йәшлек реставратор һәм коллекционер, сәғәт оҫтаһы Алан Хадееев йәкшәмбе, 22 мартта, Беренсе каналда Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» телешоуында ҡатнаша. Малай үҙенең тәүге экспонатын өс йәшендә һүтеп йыйған. Әле уның коллекцияһында 400-гә яҡын дана. Аландың исеме донъяның коллекционерҙар даирәһендә киң билдәле.

«Тәүҙә ул сәғәттәр менән ҡыҙыҡһына, һүтә, йыя торғайны. Бала нимә менән генә уйнамай инде. Беҙ уға иҫке сәғәтте күрһәтә башланыҡ. Ә ул уны йүнәтеп ҡуйҙы. Һуңынан уға дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ сәғәттәр килтерҙе. Коллекция йыйылды», — тип һөйләне Аландың атаһы Илшат.

Алан менән сығарылыш 22 мартта Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы 25 минутта эфирға сыға.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/talantlivye-deti-iz-bashkortostana-pokoryayut-shou-luchshe-vseh 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb