2020 йылда Башҡортостан Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын билдәләй

2020 йылда Башҡортостан Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын билдәләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шағир, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 

Юбилей саралары 2020 йылда уҙғарыла, тип хәбәр итәләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. 
Башҡортостан хөкүмәтенә ошо сараларҙың планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. 

Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан, шулай уҡ, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә. 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-sleduyushhem-godu-bashkortostan-otprazdnuet-125-letie-shajhzady-babicha

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb