Айрат Абушахманов Псков тамашасыларының куңелен яуланы

Айрат Абушахманов Псков тамашасыларының куңелен яуланы

24 июндә, Псков академия драма театрының «Яҙыусылар тураһында театр» лабораторияһында еңеү яуланы. Айрат Әхтәм улы «Пленные духи» спектакленән өҙөк сәхнәләштерҙе.Быйылғы лаборатория А.С.Пушкин, И.А.Крылов һәм А.И.Солженицындың юбилейҙарына бағышланды.

Өҙөккә эксперт советы – Нияз Иғламов (Ҡазан), Жанна Зарецкая (Санкт-Петербург), Оксана Кушляева (Санкт-Петербург) – «5» балл ҡуйҙылар. Ә тамашасылар – «4,80» балл.

Әйткәндәй, лабораторияның ҡағиҙәһе буйынса,еңеүсе — Псков академия драма театры сәхнәһендә тулы спектакль ҡуясаҡ.

Айрат Абушахманов Псков тамашасыларының куңелен яуланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb