«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла ике халыҡ-ара фестивалдәрҙә иң сағыу номерҙары менән сығыш яһарға әҙерләнә – «Велико Тырново» ХХII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә һәм  «Варна» ХХVIII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә.

«Мираҫ» ансамбле тамашасыларға башҡорт һәм рус мәҙәниәтен тәҡдим итәсәк, ансамблдең оркестры халыҡ инструменттарының күп төрлөлөгөн күрһәтәсәк. Артистар ике сараның да төп шартын үтәп – фонограммаһыҙ музыка башҡарып сығыш яһаясаҡ.

Белешмә өсөн:  

«Велико Тырново» ХХII Халыҡ-ара фольклор фестивале — 1998 йылдан бирле боронғо баш ҡаланың мәҙәни тормошонда оло сара булып тора. Үҙенең башланғанынан бирле фестивалде CIOFF Халыҡ-ара традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәре ойошмаларының халыҡ-ара советы үткәрә.    

Велико-Тырново Болгарияның боронғо баш ҡалаһы булып тора. Унда йыл һайын донъяның иң яҡшы музыкаль һәм бейеү фольклор ансамблдәре йыйыла һәм оло фольклор фиестаһында ҡатнаша. Быйыл унда Аргентина, Египет, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Колумбия, Панама, Рәсәй һәм Болгария артистары йыйыласаҡ.

Сығанаҡ: Ансамбль песни и танца «Мирас» выступит на фестивалях в Болгарии

 

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Болгарияла фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb