Өфөлә рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховҡа арналған саралар үтә.
18 ғинуарҙа 14:00 сәғәттә Чижов йортонда Чехов кисәһе уҙасаҡ. Унда рус яҙыусыһының Башҡортостанға килгән осорҙа яҙған хаттары, әҫәрҙәрен уҡыу, уның буйынса фекер алышыу ҡарала. Антон Павлович Чехов Башҡортостанға 1901 йылда ҡымыҙ эсеп дауаланырға килеп китә.
Шулай уҡ Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапхана абонементы «Чеховты беләбеҙ! Чеховты яратабыҙ!» китап күргәҙмәһен аса. Күргәҙмә рус яҙыусыһының тыуыуына 160 йыл тулыуға арнала.