Башҡортостан хаҡында дастан

Башҡортостан хаҡында дастан

Мәскәү һынлы Мәскәүҙә башҡорт шағирҙарының китабы баҫылған, исеме лә ниндәй бит әле – “Башҡортостан хаҡында дас­тан”! Тупланған шиғырҙары менән иһә, милләттең ғорур намыҫын, шатлыҡ-ҡайғыһын, һынмаҫ рухын, киләсәккә яҡты ышанысын үҙ эсенә алып, есеменә лә тап килә.
Китаптағы Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Рәмил Йәнбәк, Салауат Әбүзәров, Азамат Юлдашбаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Зөфәр Вәлит, Хис­мәтулла Юлдашевтың шиғыр­ҙары урыҫ теленә ауҙарылған. Был эштә тәржемәселәрҙең дә хеҙмәте иғтибарға лайыҡ. Эйе, нәҡ улар беҙҙең шиғриәтте тағы бер баҫҡысҡа мендерҙе, артабан Сергей Соколкиндың “Рәсәйҙең аҡ торналары” нәшриәт програм­маһы ҡанатландырҙы.
Рәсәй Федерацияһының мәҙә­ниәт министры Владимир Мединский ҙа: “Был программа – халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа булышлыҡ итерҙәй ныҡлы нигеҙ, – тине. – Был маҡсатҡа өлгә­шеүҙә “Күп телле Рәсәй поэзи­яһы” тәржемәләр китабы серия­һы ла булышлыҡ итә”. Ошо юҫыҡ­та йәнә авар, ҡарасәй, балҡар, лезгин, ҡумыҡ, ҡалмыҡ, ҡабарҙа, татар, яҡут, төркмән һәм башҡа халыҡтарҙың шиғриә­те ташҡа уйылды. “Дастан”дан тыш, “Дағстан күгендә доғалар”, “Татар поезы”, “Күк һәм кеше”, “Тауҙар йырлағанда” тигән китаптар аша төрлө халыҡ вәкилдәре бер-береһе менән яҡындан таныша ала.
Әҙәбиәт йылы тамамланыу алдынан шағирҙарҙың “Баш­ҡорт­ос­тан хаҡында дастан”ы – халҡыбыҙға ҙур бүләк.

"Башҡортостан" гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb