Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!
Хәтер һәм ҡайғы көнө Нефтекамала йыл һайын ҙур ойошҡанлыҡ менән билдәләнә. Ил кимәлендә үткәрелгән “Хәтер шәме” акцияһы 21 июнь кисендә башланды. Төрлө быуын вәкилдәре – йөҙәрләгән кеше ҡаланың Еңеү скверындағы “Мәңгелек ут” мемориалы янына йыйылды.
Иртәгәһенә ҡала етәкселеге, предприятие, ойошма вәкилдәре, ветерандар ҡатнашлығында митинг үткәрелде. Дәһшәтле яу ҡырҙарында батырҙарса һәләк булған ҡаһармандарҙы, ауыр яраларҙан үлгән һалдаттарҙы, тылдағы ҡорбандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алғас, улар хөрмәтенә сәскә һалынды. Йәштәр һарайының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ағзалары һуғыш темаһына арналған әҙәби-музыкаль композиция күрһәтте. Был патриотик акцияла мәктәп лагерҙарында ял иткән балаларҙың ҡатнашыуы, ә 11-се мәктәптең кадет класында уҡыусыларҙың, ҡулдарына ҡорал тотоп, почет ҡарауылында тороуы тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле булды.
Ҡаланың үҙәк китапханаһы ойошторған “Хәтерләйбеҙ! Уҡыйбыҙ! Ғорурланабыҙ!” исемле бай йөкмәткеле сара ла Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. Уның төп маҡсаты – нәфис әҙәбиәттә һүрәтләнгән һуғыш темаһына, яугир әҙиптәрҙең, шағир һәм яҙыусыларҙың совет халҡының тиңһеҙ батырлығын данлаған әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бина алдындағы майҙансыҡта китаптар күргәҙмәһе асылды, китапханасылар йыйылыусыларға һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен еткерҙе.
Шунда уҡ тыныслыҡ символы булған аҡ күгәрсендәр һүрәте менән мольберттар ҡуйылғайны. Һәр кем ошо юҫыҡтағы уйҙарын һүрәттә сағылдыра йә айырым ҡағыҙға яҙып китә алды.
Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө