Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сәхнәлә – “Ҡаһым түрә”
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Сәхнәлә – “Ҡаһым түрә”
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡаһым түрә” спектакленең премьераһы үтте. Халыҡ нисек ҡабул итте? Театр актерҙары нисек уйнаны? Ғөмүмән, спектакль нисек ҡуйылған? Һүҙем – ошо хаҡта.
Премьера минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ, шатлыҡлы ваҡиға булды, сөнки үҙем шәхсән Ҡаһым түрә хаҡында берәй абруйлы ғына драматургтан пьеса яҙҙырырға ине, тигән уй менән йәшәнем. Һәм көтмәгәндә, мине ғәжәпләндереп, “Ҡаһым түрә” үҙе килеп сыҡты!
...Шаршау асылды. Йотлоғоп сәхнәгә төбәлдем. Бала эйәрткән әсә күренде. Уны алдына алып, әсә тарих һөйләй: “...Нух заманындағы кеүек булған батырҙарыбыҙ...” Ҡапыл ҡолаҡҡа аттар сабышы, туптан атыуҙар, гөрһөлдәү, яу барған тауыштар ишетелә, юғарынан сәхнәгә килеп төшкән туҡыма-экранда алыш күренә. Сәхнәне 1812 йылдарҙағы ваҡиғалар тулыһынса ялмап ала, тамашасы үҙе лә аңғармаҫтан шул хәлдәр эсенә инеп сума. Декорация ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла. Атыш тамамланып, атылып башҡорт һалдаттары, улар менән бергә Ҡаһым түрә килеп сыға. Бәләкәй малай, ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булып, ситтән күҙәтеп йөрөй.
Бына беҙ хәҙер шул осорҙағы француздарға ҡаршы көрәшкән башҡорт батыры менән йөҙгә-йөҙ осраштыҡ. Нисәмә йыл үткәс, беҙ, башҡорт халҡы, үҙебеҙҙең батырыбыҙ, башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә” исеме менән быуындан быуынға, телдән телгә күсә килгән Ҡаһым түрәбеҙ бына нисек булған икә-ә-ә-н!.. Күҙҙәремә йәш тулды...
Ул осорҙағы башҡорт һалдаттарының, уларҙың бөйөк юлбашсыһы, ҡурҡыу белмәҫ оҫта һуғышсы, мәргән атыусы, аҡыллы башлыҡ Ҡасим Мырҙашев менән йөҙмә-йөҙ осрашып, нисәмә йыл элек ошондай башҡорт полкының батырҙарса көрәшен сағылдырған бик мөһим һәм бик кәрәкле спектакль булды был. Башҡорт халҡына батыр улын ҡайтарҙы спектаклде сәхнәгә ҡуйған режиссер Олег Ханов! Бик ҙур һәм оло маҡтауға лайыҡ эш башҡарҙы. Уға һәм ошо спектаклдә ҡатнашҡан барлыҡ труппаға рәхмәт.
Ә инде Ҡаһым түрә образын кәүҙәләндереп, батырыбыҙға оло һөйөү, уның рухына ихтирам тыуҙыра алған Азамат Ғафаровҡа ниндәй генә рәхмәт әйтһәк тә, аҙ булыр һымаҡ. Әйткәндәй, күптән түгел уға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Спектаклгә бөтәһе ике тиҫтә актер йәлеп ителгән, бик күләмле сәхнә әҫәре был. Төп герой Ҡаһым түрәнән тыш байтаҡ сағыу образ бар. Уларҙың һәр береһендә туҡталмай китеү яҙыҡ булыр һымаҡ. Ҡасим Мырҙашев менән бергә һуғышҡан полк һалдаттарының һәр береһенең яҙмышы үҙе бер тарих. Француздарҙың яҡшы ҡоралланған тотош полкына ҡаршы аҙ һанлы, бары тик уҡтар менән генә ҡоралланған башҡорт һалдаттарының ҡаршы тороуы – үҙе ғәйәт ҙур батырлыҡ! Көстәрҙең тиң түгеллеген күрә тороп, урыҫ полководецы уларҙы һөжүмгә ташлай. Рәсәйҙе, аҡ батшаны яҡлап, күпме башҡорт һалдаты башын һалған, күпмеһе яу яланында ятып ҡалған! Утлы һөжүмгә инергә бойороҡ биргән немец Фольгнерға кәрәкме ни башҡорт һалдаты?! Был образды бик оҫта итеп, үҙенә күрә ҡыҙыҡлы сит тел ҡатыш үҙенсәлекле диалект менән Артур Ҡунаҡбаев уйнай. Спектаклдә кире образды — Ҡолтүбәне Алмас Әмиров башҡара.
Башҡорт яугирҙәре француздарға ҡаршы тиңһеҙ алышта Ҡаһым түрәнең аҡыллы, оҫта полководец булыуы арҡаһында еңеп сыға. Батырҙар ҡыуанып, ниһайәт, тыуған өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтырға тигәндә, Ҡолтүбә Ҡаһым түрәгә ағыу эсерә. Имәндәй ныҡ батыр гөрһөлдәп ергә ауа... Бөтәһе лә шаңҡып ҡала. Бындай трагедияны күреп, тамашасы иларға тип ҡулъяулығын да алып өлгөрмәй, сәхнәгә бер инеп, бер сығып ваҡиғалар барышын ситтән күҙәтеп йөрөгән аҡ күлдәкле малай, Ҡаһым түрәнең үле кәүҙәһе янына йүгереп барып, уны етәкләп алып сыға. Табутты күтәреп, башҡорт һалдаттары сәхнәнән сығып китә. Ә аҡ күлдәк кейгән Ҡаһым түрә малай менән бергә йөрөй, атлай, уйнай... Бына бит ул режиссерҙың оҫталығы! Иларға тип йыйналған ҡулъяулыҡтар кеҫәгә кире тығылды. Ҡаһым түрә йәшәй! Ул беҙҙең арала бит! Ул үлмәгән, тере!
Ошо тарихты балаға һөйләгән Әсә ролен индереп, режиссер бик дөрөҫ эшләгән. Әсә ролендә — Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. Малайҙы Илназар Әхмәтйәнов уйнай. Яугир ҡыҙҙы йәш артист Гөлназ Хайсарова кәүҙәләндерә. Һуғышсылар араһында сәсәндең булыуы ла юҡҡа түгел. Ул йырҙары, ҡобайыры, ҡурайҙа оҫта уйнауы, йор телле булыуы менән һуғышсыларҙың күңелен күтәрә. Моңло тауышлы Байыҡты Юнир Ҡоланбаев уйнай. Ҡаһым түрәнең ҡатыны Сафия ролендә – Ирада Фазлаева.
Автор: Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛМАНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө