Сентябрҙә ҡунаҡтар көтәбеҙ!

Сентябрҙә ҡунаҡтар көтәбеҙ!
Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Өфөләге быйылғы гастролдәре 10-17 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө “Нур” Татар дәүләт драма театры сәхнәләрендә уҙасаҡ.
Татар театрының Өфө ҡалаһында беренсе гастролдәре, әле “Сәйәр” труппаһы осоронда, 1910 йылда уҡ булған. Ә бөгөнгө көндә Камал театры традиция буйынса ике йылға бер мәртәбә Башҡортостан тамашасыһына үҙ спектаклдәрен тәҡдим итә. Театр яңы 110- сы миҙгелендә Башҡортостанға быға ҡаҙәр Өфөлә уйналмаған 12 спектаклен алып килә.
Гастроль афишаһында 4 премьера: Флорид Бүләков пьесаһы буйынса “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...” мелодрамаһы, уҙған миҙгелдең иң зур премьераһы “Хужа Насретдин” (Нәҡи Иҫәнбәт, Саадалла Ваннус), У.Шекспир трагедияһы буйынса ҡуйылған “Ричард III” фажиғәле уйыны һәм тамашасыларҙың иң яратҡан комедияларының береһе Илгиз Зәйниевтың “Мәхәббәт FM”.
Гастролдәр 10 сентябрҙә 19.00 сәғәттә театрыбыҙ сәхнәһендә норвег драматургы Йон Фоссеның “Йәйҙең бер көнөндә” спектакле менән асыла. Был спектаклдең фестиваль тарихы ла бик бай. 2012 йылда ул “Алтын битлек” Милли театраль фестиваль-премияһының дүрт номинацияһында ҡатнашыуға лайыҡ булды. Афишала, шулай ук, Зөлфәт Хәкимдең “Иҫкән елдәр көйөнә” романтик комедияһы, Т.Миңнуллиндың “Диләфрүз-Remake” музыкаль комедияһы, татар сәхнәһендә беренсе спектакль-фэнтези Илгиз Зәйниевтың “Кечтүкле уйын” әкиәте һәм 108-се миҙгел премьераһы Ғ. Камалдың “Банкрот” комедияһы.
Гастролдәр, әлбиттә, театрҙың “йөҙөк ҡашы” булған Кәрим Тинчуриндың “Зәңгәр шәл”енән башҡа уҙа алмай. Инде нисәнсе мәртәбә ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, ул үзенең популярлығын юғалтмай. Халыҡ мөхәббәте аша “Зәңгәр шәл” легендар спектаклгә әүерелгән.
Ғ. Камал театрының Өфө ҡалаһында гастролдәре беренсе мәртәбә ике майҙанда: М.Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө “Нур” Татар дәүләт театры сәхнәләрендә уҙасаҡ.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb