17 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урал батыр төнө» тип аталған ҙур этнобайрам уҙғарыла. Был көндө филармония фойеһы бер көнгә — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүереләсәк. «Урал батыр төнө» байрамы республикала Әҙәбиәт йылын ябыу сиктәрендә ойошторола.
Проект «Урал батыр» эпосының сюжетына нигеҙләнгән. Иң яҡшы профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, солистар үҙҙәренең һәләтен күрһәтәсәк. Улар араһында сәсәндәр, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа, думбырала уйнаусылар, өҙләү оҫталары, «Арғымаҡ», «Әссәләм», «Ятаған» төркөмдәре, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры бар. Фойела китаптар, картиналар, башҡорт эпосы дисктарын һатып алырға мөмкинлек буласаҡ.
Сара 18 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!