Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яҡты рухы ҡалды күңелдәрҙә
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 28 октябрь 2014
Яҡты рухы ҡалды күңелдәрҙә
Башҡортостандың театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Арабыҙҙан күренекле сәнғәт эшмәкәре, театр белгесе Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы китеп барҙы. Әминә Кәшфи ҡыҙы бөтә ғүмерен милли театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышланы, сәнғәттең үҙенсәлекле тармағы - театр белеме өлкәһендә хеҙмәт итте һәм ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр һөнәренә тоғро ҡалып, үҙе оҙаҡ йылдар (1956-82 й.й.) әҙәбиәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарған туған театры – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы менән бергә булды. Һуңғы көндәренә ҡәҙәр Һәр спектаклде ҡарап, үҙенсә баһа биреп, йәш актерҙар ижадын күҙәтеп барҙы, бигерәк тә йәш режиссерҙар эше менән ҡыҙыҡһынып йәшәне. Республикала театр белгестәре әҙерләү хаҡында ла ҡайғыртты.
Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы 1928 йылдың 22 майында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында тыуған. 50-се йылдар башында Ауырғазы колхоз-совхоз театрында эшләй. Ә.Аралбаеваның үҙ заманында баш ҡалабыҙ Мәскәүгә барып һирәк осрай торған театр белгесе һөнәренә уҡып ҡайтыуы үҙе ук ҙур ҡыйыулыҡ була. (1956 йылда А.В.Луначарский ис. ГИТИС (хәҙерге Рәсәй театр сәнғәте университеты, П.А.Марков курсы) Мәскәү юғары театр уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестең Башҡортостанға ҡайтып төп милли театрҙа ең һыҙғанып эшкә тотоноуы данлы ГИТИСсылар быуынының гөрләп эш башлауы кеүек ҡабул ителә, тик башҡа өлкәлә, һәм Әминә Кәшфи ҡыҙы үҙе лә тап улар яуаплылығын тойоп эшләй. 1960-70-се йылдарҙа Башҡорт драма театры репертуары сәйәсәтен формалаштырыуҙа, спектаклдәр хаҡында фекер алышыуҙарҙа, актерҙар һәм режиссерҙарҙың ижад кисәләрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. В.В.Лаврентьев, В.П. Минко, А.Н. Островский пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итә, башҡорт театры, актерҙар, режиссерҙар ижады хаҡында төрлө мәҡәләләр яҙа. Үҙ ваҡытында йәш драматургтарҙы театрға йәлеп итеү йәһәтенән дә абруйлы белгес ине Әминә Кәшфи ҡыҙы. Аралбаева Ә.К. төрлө яҡлап йәштәрҙе дәртләндерә белде. Әминә Кәшфи ҡыҙының сәнғәткә бирелгәнлеге, уның артабанғы үҫеше өсөн борсолоп йәшәүе ижадҡа тоғролоҡ өлгөһө ул.
Әминә Кәшфи ҡыҙы һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә, ҡыҙында йәшәне, әммә республика мәҙәниәтенән айырылманы, һәр премьераны ҡарап барҙы. Уның, инде өлкән йәштәге ханымдың нәзәҡәтле, бай, зауыҡлы кейемдәрҙә театрға килеп инеүе, тамашасылар менән аралашыуы үҙе үк бер күркәм күренеш ине...
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1950 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Театрҙар эшмәкәре союзы ағзаһы, театрыбыҙҙың өлкән дүҫы Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаеваның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө