«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Ҡырымда «Таврида» фестивалендә ике грант алды

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Ҡырымда «Таврида» фестивалендә ике грант алды

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Ҡырымда «Таврида» фестивалендә ике миллион грант отто.

«Сәнғәт өлкәһендәге ошондай шәп сараға барыуҙа ярҙам иткән, эксперттарға үҙебеҙҙең проекттарҙы күрһәтеү мөмкинлеге өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт! Арҙаҡлы ата-бабаларыбыҙ Зәйнулла Рәсүлев һәм Башҡортостандың 100 йыллығы, генерал Шайморатов һәм уның 100 йыллығы кеүек юбилей проекттарыбыҙҙың еңеүенә ихлас ышандыҡ!» — тип хәбәр итте төркөм етәксеһе Ринат Рамазанов.

Әйткәндәй, грант конкурсында ҡатнашыуға 500-ҙән ашыу ғариза килде. Еңеүселәр — 130 ҡатнашыусы, уларҙың ижади проекттарына 86 миллион 937 мең һум йүнәлтелде.

Сығанаҡ: Этно-рок группа «Аргымак» стала обладателем грантов на фестивале «Таврида – АРТ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb