Асҡар Абдразаҡов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса яңы проект башлай

Асҡар Абдразаҡов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса яңы проект башлай

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа ойошторола. Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, республиканың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов проект инициаторы булып сығыш яһай.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дә балаларының профессиональ музыкант булыу ниәтенә ярҙам итеү, мәҫәлән, яҡшы музыка ҡоралы һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Был осраҡта, һис шикһеҙ, дәүләт яғынан ярҙам кәрәк. Һәләтте үҫтереү мотлаҡ», — тип Асҡар Абдразаҡов «Башинформ» агентлығына яңы проектына аңлатма бирҙе.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин билдәләүенсә, республиканың баш ҡалаһындағы төп сәхнәләрҙең береһендә һәләтле балаларға даими шөғөлләнеү һәм үҫешеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.

«Ижади түңәрәктәребеҙҙә ике мең самаһы бала белем ала, уларҙың күбеһе ҙур фестивалдәр һәм конкурстар призерҙары. Беҙҙең балаларға ижади тәрбиә биреү тәжрибәһе бар һәм ошо тәжрибәне тулыһынса ҡулланырға кәрәк» — тип айырып әйтте дәүләт концерт залы директоры.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb