Билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе ойошторолдо

Билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинованың  күргәҙмәһе ойошторолдо

Салауат ҡалаһында билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе ойошторолдо. «Үҙеңә юл». Билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинованың Салауат ҡалаһында ойошторолған шәхси күргәҙмәһе шулай атала. Ижади эштәрендә автор эске кисерештәрен, хис-тойғоларын белдереп, бәхетле булыуын билдәләй. Ғаилә, мөхәббәт һәм ышаныс кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе күтәреп сыға, тормошто яратырға, үҙең өсөн яуаплылыҡ тойорға саҡыра. Ҡаланың картиналар галереяһында асылған күргәҙмәгә йөҙҙәрсә кеше тамаша ҡылған, улар араһында йәштәр, мәктәп уҡыусылары күп. Рәссамдың ижады менән ғинуар аҙағына тиклем танышырға мөмкин. Артабан «Үҙеңә юл» проекты республиканың башҡа район-ҡалаларында йәшәүселәр иғтибарына тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb