Башҡорт режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә планаштырыла

Башҡорт режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә планаштырыла

Башҡорт режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй. Ул Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡовҡа проектҡа ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Руслан Юлтаев тулы метражлы нәфис фильм төшөрөргә һәм уның премьераһын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнарға теләүе тураһында белдерҙе. Башҡорт яҙыусыһының тап ошо әҫәрен режиссер хаҡһыҙ баһаланмаған тип иҫәпләй. Мәсьәлә «Башҡортостан» киностудияһы һәм яҙыусының улы Тельман Әминев менән тикшерелгән.

«Повеста 1942-1943 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар ауылда яңғыҙы тороп ҡалған, барлыҡ ауырлыҡ уларҙың иңенә төшкән. Был матур бесән мәлен бик сағыу итеп күрһәтергә мөмкин. Ябай ғына хәл-ваҡиға булһа ла, уға тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған», — тип билдәләне Юлтаев.

Тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында уҡығыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb