М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына яңы спектакль тәҡдим итә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына яңы спектакль тәҡдим итә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса «Шәмсетдин һәм Шәмсүрә» спектакленең премьераһын әҙерләй. Спектакль 1 мартта Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә күрһәтелә.

Спектаклдең художество етәксеһе – Айрат Абушахманов. Режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам — Альберт Нестеров, хореограф — Рәмизә Мөхәмәтшина. Музыкаль яҡтан биҙәлеш – Урал Иҙелбаев.

Шәмсетдин ролендә – Морат Рафиҡов, Шәмсүрә  — Милена Сираева. Спектаклдә актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Алмас Әмиров, Алһыу Бәхтиева, Гөлфиә Рафиҡова, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов, Руслан Ғәлимов, Азат Вәлитов, Әлфирә Заһиҙуллина ҡатнаша, шулай уҡ Башҡорт драма театры хеҙмәткәрҙәренең балалары уйнай.

…Һуғыш бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Госпиталь. Ауыр яраланған һалдаттар. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ хәстәре, тигәндәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен, үҙ йортон һағына. Тома һуҡыр ҡалған Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: “Ҡатыныма һоҡланып туя алмайым, ул бер ҡасан да мыжып, ҡурҡып тормай, ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр” – тип маҡтанып ала башҡалар алдында.

Шәфҡәт туташы Шәмсүрә аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтыу менән барыһы ла аңлашыла… Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда, йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashdramteatr-immgafuri-predstavlyaet-vtoruyu-premeru-k-75-letiyu-velikoj-pobedy 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb