М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне

Кисә, 4 декабрҙә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының быуалыҡ юбилейы уҙҙы. Юбилей кисәһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте.

Кисәнең беренсе бүлеге театрҙың мөһим этаптарына — бер быуатлыҡ тарихтың яҡты ла, фажиғәле лә биттәренә бағышланды. Икенсе бүлек Гамлеттың «Булырғамы, әллә булмаҫҡамы» монологынан мәңгелек һорау темаһына көлкөлө скетч менән башланды һәм бик күп ҡотлауҙар менән дауам итте.

Кисәлә Рәсәй президенты Владимир Путиндың, Мостай Кәрим исемендәге фондтың телеграммалары уҡып ишеттерелде. Ҙур экранда Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың видеоҡотлауы күрһәтелде.

Театрҙы Республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

 «Республиканың 100 йыллығы йылында беҙ Башҡортостандың театр сәнғәте флагманы, күп милләтле республикабыҙҙың ғорурлығы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын билдәләйбеҙ. Бер быуат эсендә бында тиҫтәләрсә һоҡланғыс спектакль сәхнәләштерелгән, улар республиканың ғына түгел, илебеҙҙең театр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Һеҙҙең театрҙа арҙаҡлы режиссерҙар, актерҙар һәм рассамдар  хеҙмәт итте һәм әле лә хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡорт драма театры – Рәсәйҙә бер быуатлыҡ тарихҡа эйә профессиональ театрҙарҙың береһе — «академия» тигән юғары исемде намыҫ менән йөрөтә. Һеҙ башҡорт халҡының туған телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлайһығыҙ», — тине Башҡортостан башлығы.

Башҡорт дәүләт академия драма театрын ҡотларға Татарстан, Саха (Яҡут), Сыуаш һәм башҡа республикаларҙан сәхнә әһелдәре йыйылғайны. 

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер быуалыҡ юбилейын билдәләне

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb