Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

20 ғинуарҙа Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Халыҡ-ара фольклор фестивале 2020 йылдың 18 июленән 1 августҡа тиклем үтәсәк.

«Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Уны икенсе төрлө мәҙәни Олимпиада тип тә атайҙар, – тине Радий Хәбиров. – Был бик ҙур сара, тотош республика буйынса үтәсәк. Башҡортостанға донъяның 80-дән ашыу дәүләтенән 3000-гә яҡын артист киләсәк. Тотош республика буйынса 72 майҙансыҡ булдырыла».

Республика етәксеһе майҙансыҡтарҙы әҙерләргә, уларҙы алдан тикшереп сығырға, ҡунаҡтар йәшәйәсәк урындарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты. Уларҙың именлеген тәьмин итеү, мәҙәни программа төҙөү бурысын ҡуйҙы.

Мәҙәни сараға әҙерлек барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне. Уның әйтеүенсә, был эш 2015 йылда башлана. 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуя, эшсе төркөм барлыҡҡа килә. Фольклориада сиктәрендә район-ҡалаларҙа үтәсәк саралар буйынса урындарҙа айырым план төҙөлә.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashkortostan-gotovitsya-k-vsemirnoj-folkloriade 

Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә
Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb