Башҡорт театрында Мостай Кәримдең трагедияһын яҡут режиссеры Сергей Потапов сәхнәләштерҙе

Башҡорт театрында Мостай Кәримдең трагедияһын яҡут режиссеры Сергей Потапов сәхнәләштерҙе

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Спектаклде ҡуйыу өсөн Башҡортостанға Яҡутстандан танылған кинорежиссер һәм театр режиссеры, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Сергей Потапов килде. Башҡортостан тамашасыһына ул «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашҡан сәхнә әҫәрҙәре аша таныш. Сергей Потапов өсөн был — башҡорт телендә тәүге спектакль. Ләкин режиссер материалды һәйбәт белә, сөнки үҙ ваҡытында П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театрында ошо спектаклдә Диуана ролен башҡарған.

Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов «Ай тотолған төндә» трагедияһын Башҡортостандың бөтә театрҙары сәхнәләштереүен һәм, икенсе төбәктән режиссер саҡырып, билдәле әҙәби материалға яңыса ҡараш индерергә теләүен билдәләне.

Ҡуйыусы-рәссам — Сулпан Азаматова, балетмейстер — Альмира Дорн, яҡтыртыусы- рәссам — Илшат Саяхов. Тәңкәбикә ролен — Башҡортостандың халыҡ артисы Фиҙәлиә Рәхимова, Диуананы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов башҡара. Спектаклдә шулай уҡ Фәнил Ҡарасурин, Гөлйемеш Ибраһимова, Нурзилә Сәлимгәрәева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илфир Баймырҙин, Марат Зөбәйеров, Сәлимә Солтангәрәева, Илнур Аджитаров, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Илгиз Әкимбәтов, Ирек Ибраһимов ҡатнаша.

Премьера 31 октябрҙә уҙҙы. Спектаклде Мостай Кәримдең ҡыҙы — Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡараны. «Ай тотолған төндә» йәнә 1 һәм 15 ноябрҙә күрһәтелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb