Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданы ябыу тантанаһы үтте. Еңеүселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләктәренә лайыҡ булды.
Быйыл ижади ярышта 8-11 синыфтарҙан 408 уҡыусы ҡатнашты. Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 10 уҡыусы ла көс һынашты. Был уҡыусыларҙың юл һәм йәшәү сығымдарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡапланы. Башҡарма комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев олимпиаданы ябыу тантанаһында еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.