Башҡорт теле йылына старт бирелде

Башҡорт теле йылына старт бирелде

Туймазы балалар музыка мәктәбенең концерт залында Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы уҙҙы. 

Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Анатольевич Подоприхин был сараға йыйылған ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен башҡорт телендә тәбрикләп: “Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре.Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!”,- тине. 

Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина Башҡорт теле йылы сиктәрендә Туймазы районында үтәсәк саралар планы менән таныштырҙы. Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур өлөш индергән өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәренә, алдынғы уҡыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Туймазы районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән матур концерт программаһы тамашасы күңелен яуланы.

“ХаятИсмаил” дуэты башҡарыуында “Без Башкортлар” рок-йырының дебюты байрамдың иң матур күренештәренең береһе булды. Йырҙың авторы — Хаят Исмаил. 
Залда ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Сығанаҡ: https://kurultay-ufa.ru/ru/2020/02/07/%D0%B1%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82-%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5-%D0%B9%D1%8B%D0%BB%D1%8B%D0%BD%D0%B0-%D1%81%D1%82%D0%B0%D1%80%D1%82-%D0%B1%D0%B8%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%B4%D0%B5/ 

Башҡорт теле йылына старт бирелде
Башҡорт теле йылына старт бирелде
Башҡорт теле йылына старт бирелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb