Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантты 300 меңдән ашыу кеше яҙҙы

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантты 300 меңдән ашыу кеше яҙҙы

25 апрелдә Башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн диктант ойошторолдо. Быйыл акция тәүгә онлайн үткәрелде. Тотош донъяла 305 600 кеше диктант яҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм 24 сит ил ҡатнашты, уларҙың 39 214-е — Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ, 3395-е — сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға — 5 йәш, ул Баймаҡтан, ә иң оло кешегә — 96 йәш, ул Ишембай районында йәшәй.

223 мең кеше bashkdictant.ru сайтында диктант яҙып, эштәрен ебәрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, башҡортса иркен аралашҡандар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн ойошторолдо. Төньяҡ-көнбайыш диалектта диктантты 51 345 ҡатнашыусы яҙҙы.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә сайтҡа ҡуйыла. Бөтә ҡатнашыусыларға Диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә.

Диктантты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.  

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/mezhdunarodnyj-onlajn-diktant-na-bashkirskom-yazyke-napisali-bolee-300-tysyach-chelovek

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb