«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт телендә йәнһүрәттәр әҙерләй

«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт телендә йәнһүрәттәр әҙерләй

«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт телендә йәнһүрәттәр әҙерләй. «Башинформ» мәғлүмәт агетлығы итеүнсә, һүрәт анимацияһы техникаһында өс-дүрт минутлыҡ биш фильм күңел асыу контентынан тыш, белем биреү йүнәлешендә лә төшөрөләсәк. Йәнһүрәттәр күңелле генә түгел, файҙалы ла буласаҡ.

«Әле эште яңы башлап ебәрҙек – әкиәттәр һайлайбыҙ, сценарийҙар яҙабыҙ, рәссамдар персонаждар уйлап сығара, эскиздар төшөрә. Һәр фильм төрлө жанрҙа һәм төрлө художество стилендә башҡарыласаҡ. Халыҡ көйө ҡулланыласаҡ», — тип һөйләне режиссер Рим Шәрәфетдинов.

Картина өҫтөндә республиканың бер нисә йәнһүрәтсеһе эшләй. Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,2 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды. Проект менән 2019 йылдың декабрендә таныштырыу күҙаллана.

Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb