Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрының Мөхәмәт Түлебаевты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлауы

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрының  Мөхәмәт Түлебаевты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлауы

Хөрмәтле Мөхәмәт Усман улы!

Һеҙҙе иҫтәлекле юбилейығыҙ - 75 йәшегеҙ тулыу менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы исеменән һәм үҙемдең исемдән ихлас ҡотлайым.

Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын – ҡурай моңон түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға еткереүгә ҙур көс һалған аҡһаҡалыбыҙ булараҡ Һеҙҙе ихтирам итәбеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ һәр саҡ урынлы, файҙалы. Һеҙең уйнаған моңло көйҙәрегеҙ тамашасы күңелендә дәрт, тыуған халҡы өсөн ғорурлыҡ хисе уята, рух ҡеүәһен арттыра. Башҡорт халҡының көй-моң традицияһын һаҡлаусы булараҡ, йөҙәрләгән талантлы ҡурайсылар тәрбиәләнегеҙ. Үҙ эшен яратып башҡарған кеше генә шундай ижади көскә эйә булалыр.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы тарафынан үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында, «Ҡурай» байрамдарында һәм башҡа билдәле мәҙәни сараларҙа баһалама төркөмөндә эшләүегеҙ, ҡатнашыуығыҙ үҙе айырым бер фиҙаҡәрлек.

Республикабыҙҙың мәҙәниәтенә, сәнғәтенә индергән емешле хеҙмәтегеҙ хөкүмәтебеҙ тарафынан баһаланмай ҡалманы. Һеҙҙең «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемегеҙ ошо турала һөйләй.

Бөгөнгө тантаналы байрамығыҙҙа һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың терәк-таянысын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова

 

Түлебаев Мөхәмәт Усман улы 1945 йылдың 25 ғинуарында (30 декабрендә) Белорет районының Түбәнге Сермән ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1963-1965 йылдарҙа, 1970 йылдан алып уҡытыусы булып эшләй. 1970 йылдан 2007 йылға тиклем Белорет районының Шығай урта мәктәбендә ҡурай түңәрәген етәкләй. 2007-2009 йылдарҙа Белорет ҡалаһының 17-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Мөхәмәт Түлебаев – тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе.

Уның репертуарында 70-тән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең инструменталь варианттары бар (“Байык”, “Боронғо һалдат маршы”,  “Буранбай”, “Заһиҙә”, “Зарифа”, “Ҡағы таш”, “Ҡалды”, “Каһым-туря”, “Ләңке ташы”  һ.б.)

Мөхәмәт Усман улы Түлебаев – И. Дилмөхәмәтов призына республика ҡурайсылар конкурсы (1990, Иҫке Яҡуп ауылы Йылайыр районы, Гран-при), Й.Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы (2016, Аҡъяр ауылы, Хәйбулла районы, Гран-при), Төбәк-ара ҡурай байрамы (2005, Октябрьский ҡалаһы, Гран-при) лауреаты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb