Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсын үткәрә

Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсын үткәрә

Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы Башҡорт теле йылында «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсын үткәрә. Конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбаевтың ижадына арнала.

Унда Башҡортостан һәм яҙыусының тыуған яғы — Ырымбур өлкәһе белем биреү учреждениеларының (мәктәп, лицей, гимназия, колледж) 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы:

— 7-нән 9 йәшкәсә;

— 10-дан 13 йәшкәсә;

— 14-тән 17 йәшкә тиклем.

Ғаризалар һәм конкурс эштәре 10 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы төркөмөнә ҡушылырға кәрәк. Видеороликтың оҙайлылығы биш минуттан артмаҫҡа тейеш.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 апрелдә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрен билдәләгән ваҡытта була.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм положение – музейҙың сайтында. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» Указы сиктәрендә үткәрелә.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/nlm-rb-obyavlyaet-internet-konkurs-videorolikov-chitaem-bikbaya 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb