Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы. Ошо тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледждарҙың студенттары ҡатнаша ала. Улар мотлаҡ башҡорт телендә яҙышырға тейеш.

Эштәр телде һаҡлап ҡалыу, экология, башҡорт халҡының тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙарға, хәҙерге заманда йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналырға мөмкин. Уның формаһы төрлөсә булыуы ихтимал: хикәйә, шиғыр, новелла.

Эшеңә үҙең хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һалырға кәрәк. Материалдар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем : 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһы адресына ҡабул ителә, электрон почта — Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Өҫтәмә мәғлүмәт — гәзиттең сайтында һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә.

Ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы менән берлектә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb